"Боронғо Өфө" тарихи фестивале уҙғарыла

2020 йылдың 14 октябрендә Өфөлә "Рәсәй - Минең тарихым" мультимедия паркында "Боронғо Өфө" тарихи фестивале була. Ойоштороусылар - "Самрау" мәҙәни мираҫты һаҡлау фонды һәм "Боронғо Өфө" республика тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығы хәбәр итеүенсә был көндө тарихи парк биләмәһендә төрлө кәсеп оҫталары йыйыла. Улар араһында тимерселәр, көршәкселәр, ювелирҙар һәм башҡалар була. Ошонда уҡ оҫталыҡ дәрестәре ойошторола. “Фестиваль беҙҙең яратҡан ҡалабыҙ тарихына, архитектура һәм археология ҡомартҡыларына битараф булмағандарҙы берләштереүсе сара булып тора", - ти "Боронғо Өфө" музей-ҡурсаулығы директоры Гәүһәр Батталова.

Фестиваль Өфө ҡалаһы, Менделеев урамы, 158-се йорт адресы буйынса уҙғарыла. 14 сәғәттә башлана. Белешмәләр өсөн телефон: 8 (347) 272-77-43.