Тәтешле районы советы ултырышында хакимиәт башлығы вазифаһын башҡарыусы итеп Фәнүр Шәйхисламов тәғәйенләнде. Быға тиклем ул Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары булды. Тәтешле районы хакимиәте башлығы булған Рушан Гәрәев Борайға күсте. Бөгөн районы советы ултырышында депутаттар уның кандидатураһын хупланы. Рушан Гәрәев шулай уҡ конкурс үткәрелгәнсе хакимиәт башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡара.
#татышлы #бураево





