Бөрйәндә бөгөндән мәктәптәр дистанцион уҡыуға күсә

Бөрйәндә бөгөндән мәктәптәр дистанцион уҡыуға күсә
Фото №1 - Бөрйәндә бөгөндән мәктәптәр дистанцион уҡыуға күсә

Юғары әҙерлек тәртибе районда коронавирус инфекцияһы таралыуҙы сикләү маҡсатында ҡабул ителгән. 12 мәктәптән 3 меңгә яҡын уҡыусы онлайн белем ала, шулай уҡ балалар баҡсаларында дежур төркөмдәр генә ҡала. Район хакимиәте мәғариф бүлеге етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Илшат Сәйфетдинов ошоларҙы хәбәр итте.

Бөрйәндә бөгөндән мәктәптәр дистанцион уҡыуға күсә

Юғары әҙерлек режимына бәйле районда ҙур саралар кисектерелә, Иҫке Собханғол баҙары ябыла, ойошмаларҙа граждандарҙы ҡабул итеү дистанцион рәүештә һәм электрон форматта башҡарыла.

#коронавирус #бурзян

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ