Киләһе йыл күп ҡатлы торлаҡ төҙөлөшө ике тапҡырға арттырылырға тейеш

Был турала «Урал Строй Индустрия» форумында Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров белдерҙе. Быйыл 2 миллион 388 мең квадрат метр торлаҡ төҙөү күҙаллана. Ләкин уның 58 проценты шәхси ҡулдарға тура килә.

Йылдам үҫеш тәьмин итеү өсөн киреһенсә, булырға тейеш , тине Андрей Назаров. Киләһе йылға файҙаланыуға тапшырылған торлаҡтың 70 проценты күп ҡатлы йорт булырға тейеш. Шулай ҙа күләм артынан ҡыуып, сифатты оноторға ярамай, тине Премьер-министр.

Фото №1 - Киләһе йыл күп ҡатлы торлаҡ төҙөлөшө ике тапҡырға арттырылырға тейеш

Айнур Кәбиров.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ