Башҡортостанда быйыл 24 балалар баҡсаһын сафҡа индереү планлаштырылған

Был турала Республика Башлығы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙып сыҡты. Радий Хәбиров билдәләүенсә, Башҡортостанда социаль объекттар күпләп төҙөлә. Сипайлово биҫтәһендә 215 урынлыҡ балалар баҡсаһы әҙер.

Дим биҫтәһендә 180, Өфө районы Алексеевка ауылында 220, Иглин ауылы һәм Туймазы ҡалаһында 260-шар урынлыҡ мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында төҙөлөш аҙағына яҡынлаша. Шул уҡ ваҡытта балалар баҡсаһына урындар мәсьәләһе киҫкен торған райондар ҙа байтаҡ. Шуларҙың береһе Өфөнөң Кузнецов Затоны. Был биҫтәлә йәш ғаиләләр күп. Эшкә сыға алмаған әсәләрҙең асыуын да аңларға мөмкин. Шуға ла 2020 йылда беҙ был биләмәлә  күләмле төҙөлөш башланыҡ. Дөйөм алғанда, быйыл балалар баҡсаларында 3090 яңы урын булдырырға ниәтләйбеҙ, улар сират мәсьәләһен хәл итергә мөмкинлек бирер, тип белдергән Башҡортостан башлығы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

Фото №1 - Башҡортостанда быйыл 24 балалар баҡсаһын сафҡа индереү планлаштырылған
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ