Салауат ҡала судында енәйәт эше ҡаралды. Прокурор Луиза Хәйруллинаны алты йылға, ә уның иптәше Маратты ете йылға төрмәгә ябыуҙы талап итте. Судта Луиза Хәйруллина ғәйебен тулыһынса таныны, әммә иркенән мәхрүм итеү язаһын башҡаһына алмаштырырға үтенде. Аҙаҡҡы һүҙендә ул ире яғынан психологик һәм физик баҫым яһалыуын билдәләне.
Салауат ҡалаһында банктан 25 миллион һум юғалыуы былтыр майҙа асыҡланды. Аҡса урлауҙа кассир Луиза Хәйруллина ғәйепләнде. Ул ғаиләһе менән Ҡазан ҡалаһында ҡулға алынды. Асыҡланыуынса, Луиза Хәйруллинаның ире Марат миллиондарҙы ҡомарлы уйындарға сарыф итеп бөткән.





