«Һәнәк» журналы ойошторолоуға – 95 йыл

Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхананың матбуғат баҫмалары бүлегендә Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенттары һәм уҡытыусылары менән берлектә «Сатира һәм юмор күҙлегенән» тип аталған түңәрәк өҫтәл ойошторолдо.

Осрашыуҙа журналдың элекке баш мөхәррире Марсель Сәлимов баҫманың ижади йылъяҙмаһына байҡау яһаны. Ике телдә нәшер ителгән сатира һәи юмор журналы хеҙмәткәрҙәре төрлө яҡлап тикшерелгән факттар нигеҙендә ғәҙел тәнҡит менән сығыш яһаған. Журнал 1925 йылдан бирле нәшер ителә. 

Октябрь революцияһына тиклем тарихи Башҡортостан биләмәһендә мосолмандар өсөн «Аҡмулла» һәм «Ҡарсыға» сатирик журналдары сығып килгән. Улар хәҙерге «Һәнәк» тең формалашыуына һәм башҡорт сатираһы үҫешенә ҙур өлөш индергән. Әлеге ваҡытта журналды етәкләгән баш мөхәррир ҙә халыҡ уртаһында ҡайнап йәшәй, тормош ниндәй генә ауыр һынау һәм кәртәләр ҡуймаһын сатира һәм юмор йәшәйәсәк. Беҙ кешеләрҙе шатландырыуҙан бер ҡасан да туҡтамаясаҡбыҙ, тип ышандыра.

Гүзәл Борханова.