Бер ай эсендә уларҙы тимер япма менән ҡаплау, ҡойма менән уратыу ҡаралған, был участкала бетон да түшәлә. Реформа башланғас та, төбәктә сүп-сар йыйыуға 154 майҙансыҡ булдырылғайны, 623 евроконтейнер ҡуйыла. Үрге Йәркәй ауылы йылдам үҫешә, шуға биләмәлә ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу урындарын арттырыу ҡаралған.
Илеш районында сүп-сар реформаһының тормошҡа ашырылыуы өсөн Дүртөйлө мелиорация һәм һыу хужалығы төҙөлөшө компанияһы яуаплы. Район хакимиәте предприятие менән тығыҙ бәйләнештә. Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу буйынса графикта тайпылыштар булған осраҡта, етешһеҙлектәрҙе ваҡытында бөтөрөү талап ителә. Халыҡ мөрәжәғәттәре лә иғтибарһыҙ ҡалдырылмай. Яңыраҡ Коммунистик урамында контейнер майҙансығының урыны күсерелгән.
Гөлназ Хәйбуллина.




