«Тамыр» балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы яңы документаль фильмдарын презентацияланы

«Тамыр» балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы «Геройҙар мәктәбе. Соловецк юнгалары « тип исемләнгән документаль фильм презентацияланы. Картина Бөйөк Ватан һуғышында Төнъяҡ диңгеҙгә моряк булам тип киткән үҫмерҙәр хаҡында.

Соловки утрауҙары юғары әҙерлекле матростар, радистар, боцман, электрик, моторист, сигнал ебәреүселәр, руль әйләндереүселәр уҡытып сығарыусы мәктәбе менән билдәле. Һуғыш ваҡытында өс сығарылышта ғына дүрт меңдән ашыу үҫмер диңгеҙ флотын тулыландырған. Шуларҙың 150-нән ашыуы Башҡортостан егеттәре. Фильм уларҙың ауыр тормошо хаҡында бәйән итә. «Тамыр» телеканалы режиссерҙарына уны әҙерләү өсөн бик күп эҙләнергә тура килгән.

Айнур Кәбиров.