Тәтешле районы күп функциялы күсмә мәҙәни үҙәкле булды

Ул республикала эшләгән бишенсе автоклуб. Тәтешле районында 72 ауыл бар, уларҙың 40-да мәҙәниәт йорто юҡ. Автоклуб төрлө урындарҙа саралар үткәрергә мөмкинлек бирә. Беренсе концерт 28 сентябрҙә Яңы Ҡайпан ауылында үтә.