Йырсы-лирик шағир иҫтәлегенә

Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Абдулхаҡ Игебаевтың тыуыуына 90 йыл тулыуға арналған хәтер һәм ҡәҙер кисәһе үтте. Был хаҡта тулыраҡ БСТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова репортажы.

Тормош иптәше Маһиҙә Сибәғәт ҡыҙы әҙип хаҡында йылы хәтирләр һаҡлай. Улар Абдулхаҡ Хажмөхәмәт улы менән 65 йыл бергә татыу ғүмер кисергән. Шиғырҙарын тәүге тыңлаусыһы, баһалаусыһы һәм мөхәррире лә була. Йырсы-шағир 2016 йылдың 27 cентябрендә баҡыйлыҡҡа күсә. Абдулхаҡ Игебаев башҡорт әҙәбитендә яҡты эҙ ҡалдыра, уның 30 -лаған китабы донъя күрә. Шағирҙы замандаштары, яҡташтары, ҡәләмдәштәре онотмай, исемен мәңгеләштереүҙә мөһим эштәр башҡара.

Берҙән-бер ҡыҙы Фәниә Игебаева атаһының шәхси әйберҙәренән күргәҙмә әҙерләгән. Әҙәби мираҫын, әҙип үткән йырлы юлдарҙы ҡайтанан байҡап сыҡҡан. Абдулхаҡ Игебаев һүҙҙәренә 250 ашыу йыр яҙылыуын асыҡлаған. Совет осоронда йырсы-шағирҙың 6 пластиканһы сығарылған. Тыуған ер, әсәйҙәр, тәбиғәт тураһында йырҙары әле лә радио, телевидение эфирында яңығырай, халыҡҡа йәшәргә көс бирә,ә сәнғәт әһелдәрен ижадҡа илһамландыра.

Абдулхаҡ Игебаевты замандаштары бала кеүек ихлас, ябай, нескә күңелле кеше тип хәтерләй. Әҙип балалар әҙәбите өлкәһендә лә уңышлы эшләй. Уның «Аҡбуҙат», Ҡыңғырау сәскә», «Ҡайын ниңә илай?», «Минең һеңлем» йыйынтыҡтары айырыуса уңыш ҡаҙана. Алты томдан торған Башҡорт әҙәбиәтен сығарыуҙа күп көс һала.

Баймаҡ районы Күсей ауылында тыуған Абдулхаҡ Игебаев бик йәшләй етемлекте татый. Ауырлыҡтарҙы, яҙмыш һынауҙарын кисерергә тура килһә лә,ғүмеренең һуңғы минутына тиклем кешелекле, ихлас булып ҡалған. Шағирҙың үткән быуаттың етмешенсе йылдарынан килгән сәсән һүҙҙәре беҙҙең көндәрҙә лә актуаль.

Абдулхаҡ Игебаевтың шиғырҙары һәм поэмаларын тормош иптәше Маһиҙә Сибәғәт ҡыҙы ошо машинкала баҫҡан. Ә был ҡомартҡы-машинка шағирға халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның бүләге. Ул тиҙҙән республиканың милли әҙәбиәт фондын тулыландырасаҡ.

Гүзәл Борханова.