Өфөлә «Киләсәк фабрикаһы» бизнес үҙәге тәүге резиденттары өсөн үҙ ишектәрен асты

Бында яңы башланғыстарға нигеҙ һалына. Инновациялы эшҡыуарлыҡ йортонда йүнселдәр өсөн барлыҡ шарттар булдырылған. Мөхит бигерәк тә яңы ғына эш башлаусылар өсөн ҡулай. Башҡортостандың уҡыу йорттары, фәнни йәмәғәтселек менән бәйләнеш булдырылған. Белгестәр, «Киләсәк фабрикаһы» ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә бизнес башланғыстар генерациялау үҙәгенә әйләнер тигән өмөттә. Уның эшмәкәрлеге менән бөгөн Башҡортостан башлығы ла яҡындан танышты.

Иртәнге ҡәһүәне лә бизнес үҙәктә робот әҙерләй. Инновациялы эшҡыуарлыҡ йортонда башҡаса мөмкин дә түгел. Замандан алға атларға, яңы идеялар менән дөрләп янырға кәрәк. «Киләсәк фабрика»һының төп тауары бизнес башланғыстар етештереү. Проекттары булған йүнселдәр өсөн бында барлыҡ шарттар ҙа ҡаралған. Эргәлә генә документтарҙы юллау өсөн күп функциялы үҙәк, юғары уҡыу йорттары, ғилми йәмәғәтселек менән бәйләнеш булдырыу мөмкинлеге һәм әлбиттә, коворкинг үҙәк. Аҡыллы башынан тыш бөтөнләй башҡа  капиталы булмаған эшҡыуар ҙа , «Киләсәк фабрикаһы»нда үҙ ниәттәрен ғәмәлгә ашыра ала.

Башҡа һыймаҫлыҡ башланғыстар ҙа, «Киләсәк фабрикаһы»нда яҡлау таба. Мәҫәлән, Мәсетле егете Юлай Ғәниәтов «Дог-пост» проектын тәҡдим итә. Йәш эшҡыуар эт хужалары һәм уларҙың дүрт аяҡлы дуҫтарына күрһәтелгән хеҙмәттәр нигеҙендә аҡса эшләргә теләй. Үҙенсәлекле проект ҡала парктары һәм скверҙарҙың таҙалығын тәьмин итергә лә мөмкинлек бирәсәк.

Киләсәк фабрикаһында күбеһе  юғары технологиялы проекттар урын алған. Мәҫәлән, авиамоделсылар түңәрәгендә шөғөлләнеүсе үҫмерҙәрҙе хәтерләткән был  йәштәр, асылда пилотһыҙ осоу аппараттары эшләй. Техник үҙенсәлектәргә «йәшерен» грифы ҡуйылған.

Ә был офиста, виртуаль ысынбарлыҡ мөмкинлектәрен файҙаланып,  ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә эш итеү алымдарына өйрәтеү өсөн компьютер программалары әҙерләнә. Бизнес башланғысҡа бигерәк тә нефть эшкәртеү сәнәғәтендә ихтыяж ҙур тигән фекерҙә эшҡыуарҙар.

Киләсәк менән мауығып үткәндәр менән бәйләнеште юғалтырға ярамай тигән фекерҙә үҙәк белгестәре. Шуға ла инновациялы эшҡыуарлыҡ йортонда халыҡ кәсептәренә лә урын табылған. Кейеҙ, күн һәм ағастан эшләнгән сувенирҙар, көнкүреш әйберҙәре, кейем өлгөләре, биҙәүестәр етештереү мөмкинлеге бар.

«Мосафир» халыҡ кәсептәре ойошмаһы күн эшкәртеүгә махсуслашҡан. Эште подвалда ғына башлағайныҡ, яңы бинаға күсеү киләсәккә юл ярыуға тиң, тигән фекерҙә халыҡ кәсепсеһе Азамат Юлдашбаев. 

Үҙәктә эшҡыуарҙар бизнес-колобарацияға өмөтләнә. Тәү ҡарашҡа ят күренгән төшөнсәнең асылы ябай. Бер-береңә ярҙам итеү, етешмәгән әйберҙе күршеңдән тәьмин итеү. Мәҫәлән, Мосафирҙар, эргәләге офистан 3-д принтерҙы ҡулланырға  иҫәп тота. Уҡыу йорттары менән хеҙмәттәшлек нигеҙендә яңы моделдәр эшләү мөмкинлеге лә бар. Башҡортостан башлығы «Киләсәк фабрикаһы» резиденттары менән яҡындан аралашты. Проекттары менән танышты. Эшҡыуарлыҡты замансалаштырыу, иҡтисадты киләсәккә йүнәлтеүгә тиң. Өфөлә генерацияланған бизнес башланғыстар киләсәктә тотош республика үҫешенә этәргес биерергә тейеш.

«Киләсәк фабрика»һы «Сколково» кеүек илдең алдынғы инновациялар үҙәге менән бәйләнеш тота. Проекттар буйынса фекер алышыуға мөмкинлек булдырылған. Был иһә үҫеш өсөн тағы бер форсат тигән һүҙ. Бизнес үҙәк резиденттары уңайлы шарттарҙа, уңышлы проекттарға өмөтләнә. «Алға Башҡортостан» улар өсөн төп девиз булып ҡала.

Фото №1 - Өфөлә «Киләсәк фабрикаһы» бизнес үҙәге тәүге резиденттары өсөн үҙ ишектәрен асты

Рафиҡ Әхмәтшин.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ