Бөгөн иртән Өфөлә ике пассажир автобусы бәрелешкән

Төбәк автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, авария Октябрь проспекты менән Бабушкин урамдары киҫелешендә теркәлгән. 38 һәм 35 йәшлек водителдәр идара иткән ике «ПАЗ» автобусы бер-бер артлы Черниковкаға табан китеп барған булған. Аварияла 30 йәшлек пассажир ҡатын зыян күргән. Автобустарҙың береһе 257-се, икенсеһе 290-сы маршруттар буйынса хәрәкәт итеүе билдәле. Ваҡиға сәбәптәре асыҡлана. 

Илеш районында юл испекторҙары документтарын тикшерергә туҡтатҡан «ПАЗ» автобусы водителенең рулгә эскән килеш ултырыуын асыҡлаған. Алкотестер уның ҡанында алкоголь булыуын күрһәткән. Законға ярашлы, эскән водителгә 30 мең һум күләмендә штраф һәм йыл ярымдан ике йылға тиклем водитель таныҡлығынан мәхрүм ителеү янай. Үрге Йәркәйҙән Тыпыйға юлланған автобус салонында 13 пассажир ултырған булған.

Фото №1 - Бөгөн иртән Өфөлә ике пассажир автобусы бәрелешкән

Гөлдәриә Йосопова.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ