«Юлдаш» радиоһы ойошторолоуға 20 йыл тулды

Берҙәмлек тулҡынында. 105,5 ФМ йышлығында айырым милли каналдың барлыҡҡа килеүе – тәүлек әйләнәһенә туған телде, башҡорт мәҙәниәтен пропагандалау мөмкинлеге бирә. Волга буйы федераль округының иң яҡшы радиостанцияһының тарихы, бөгөнгөһө хаҡында БСТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

Төшкө аш мәлендә тәмле һөйләшеүҙәр. Өфө һөйләй, республика халҡы яңылыҡтары менән уртаҡлаша. Интерактив тапшырыу ваҡытында шылтыратыуҙар күп килә. Бөгөн студияла айырыуса байрамса атмосфера хакимлыҡ итә. 2000 йылдың тап 25 сентябрендә «Юлдаш» радиоһына нигеҙ һалынған. Алып барыусы Гүзәл Зарипова милли канал ойошторолғандан бирле уға тоғро ҡала. Тыңлаусыларҙы ла ул һәр ваҡыт яғымлы тауышы менән сәләмләй.

«Өфө һөйләй» – был һүҙҙәр тәүге тапҡыр 1927 йылда уҡ яңғырай, әммә айырым милли канал булараҡ башҡорт радиоһы тап егерме йыл элек ойошторола. «Юлдаш»та тәүлек әйләнәһенә эш ҡайнай башлай. Тура эфирҙар, оператив яңылыҡтар, ижтимағи-сәйәси темаларға әңгәмәләр һәм иң мөһиме мәңге һүнмәҫ башҡорт моңо бында.

ФМ-форматҡа күсеү – заман талабы була. Егерме йыл эсендә «Юлдаш» радиоһы техник революция кисерә. Бөгөн ул һанлы форматта эшләй.

«Юлдаш» радиоһының аудиторияһы ла йылдан-йыл арта. Милли каналды фм-киңлектә Башҡортостанда ғына түгел, күрше төбәктәрҙә лә яратып тыңлайҙар. Интернет иһә донъяның төрлө нөктәһендә башҡорт рухын таратыу мөмкинлеге бирә. Ике миллиондан ашыу тыңлаусыһы булған радиостанция һәр ваҡыт үҫеш юлында.

Юбилей датаһы уңайынан сентябрҙә «Юлдаш-хит»тың Гала-концерты үтергә тейеш ине. Коронавирус пандемияһына бәйле байрам сараһы ғинуар аҙағына күсерелде. Ижади коллектив һәр ваҡыт халыҡ менән бер тулҡында. «Беҙ бергә» девизы аҫтында буласаҡ кадрҙарҙы әҙерләү мәсьәләһенә лә иғтибар юғары. «Юлдаш плюс» каналы яңы таланттарға старт бирә.

Гөлназ Хәйбуллина.