Төбәктә концерт ойошмаларының эше йәнләндерелә башланы

24 сентябрҙә Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе 30-сы ижад миҙгелен асты. Тамашасыларға Башҡортостандың халыҡ шағиры Әнғәм Атнабаевтың «Хушығыҙ, хыялдарым!» спектакленең премьераһы тәҡдим ителде.

Режиссер Азат Йыһаншин ҡуйған сәхнә әҫәрен тамашасы йылы ҡабул иткән. Спектакль «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Кесе Ватан мәҙәниәте» проекты сиктәрендә ҡуйылған. 30 cентябрҙән коллектив «Нурлы ла, моңло ла осрашыу» тигән яңы программа тәҡдим итәсәк. Үҙенсәлекле программала баш дирижер Артем Болотов етәкселегендәге рус халыҡ инструменттары ансамбле һәм филармония солистары сығыш яһай.

Гүзәл Борханова.