Эстонияла йәшәп ижад итеүсе яҡташыбыҙ Динә Гаврилованың китаптары донъя күрә

Эстонияла йәшәп ижад итеүсе яҡташыбыҙ Динә Гаврилованың Башҡортостан сыуаштарына арналған роман-дилогияһының башҡортса тәржемәһе Яндекс-Дзен каналында донъя күрә башланы. «Һалҡын йылдар төҫтәре» һәм «Һин барыһынан да яҡшыраҡ» әҫәрҙәрен башҡортсаға яҙыусы Дамир Шәрәфетдинов тәржемә иткәйне. Былтыр роман «Ағиҙел» журналының 11-се һәм 12-се һандарында ташҡа баҫылды.

Әҙибә үҙе әйтеүенсә, интернетҡа әҫәренең башҡортса вариантын ул уҡыусылар һорауы буйынса ҡуйырға ҡарар иткән. Романда уҙған быуаттың 30-сы йылдарынан 70-се йылдарға тиклем Башҡортостандағы сыуаш ауылы тормошо һүрәтләнә. Әлегә каналда романдың ике бүлеге баҫылған, әҫәр ҡыҫҡа ваҡыт эсендә уҡыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятып өлгөргән.

Гөлдәриә Йосопова.