Быйыл Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетына 18 миллион һум күләмендә финанстар бүленде.
Был сығымдар «Мәғариф» милли проектының «Йәш профессионалдар» федераль проектын ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә бирелә һәм уҡыу йорттарының матди-техник базаһын үҫтереүгә йүнәлтелә. ВУЗ етәкселеге күләмле грантты 4 компетенция буйынса Ворлдскиллс оҫтаханаларын асыуға тотонған. Был үҙәктәрҙә киләсәктә мәктәпкәсә йәштәге тәрбиә, башланғыс синыфтар, технология, шулай уҡ физик культура, спорт һәм фитнес өлкәләре өсөн юғары квалификациялы белгестәр әҙерләнәсәк.
Әйткәндәй, заман менән бергә атлаған педагогия университеты Ворлдскиллс хәрәкәтендә беренсе йыл ғына ҡатнашмай. Әле уҡыу йортонда тиҫтәнән ашыу оҫтахана ойошторолған.
Илдар Байбулатов.




