Батырҙар иҫтәлегенә урман

Республикал  Бөйөк еңеүҙең 75 йыллығына арналған «Йәшел Башҡортостан» акцияһы дауам итә. Уның сираттағы этабы барышында Ҡырмыҫҡалы районының Бүләкәй ауылы эргәһендә Советтар Союзы Геройы Иван Полунин урманы һәм Баймаҡ ҡалаһының «Көньяҡ» биҫтәһендә Еңеүселәр скверына нигеҙ һалынды.

Баймаҡ ҡалаһының көньяҡ биҫтәһе һуңғы йылдарҙа йылдам үҫешә. Былтыр унда 240 урынлыҡ мәктәп, балалар баҡсаһы сафҡа инде. Еңеү һалдаттары иҫтәлегенә һәйкәл генә етеңкерәмәй ине, халыҡ уға үҙе нигеҙ һалды. «Йәшел Башҡортостан» акцияһы барышында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яҡташтар иҫтәлегенә ҡарағай һәм миләш ағастары ултыртылды. Отставкалағы милиция майоры Ринат Миңлебаев нәҫелендәге 5 еңеү һалдатының исемен «Еңеү» скверында мәңгеләштерҙе.

Акция йәшен дә ҡартын да берләштерҙе. Ағас ултыртыуға халыҡ үҙ теләге буйынса ҡушылды.

Ҡырмыҫҡалы районы Бүләкәй ауылында Советтар Союзы Геройы Иван Полунин аллеяһы барлыҡҡа килде. Ағас ултыртыуға урман хужалығы министрлығы хеҙмәткәрҙәре, студенттар һәм ирекмәндәр йәлеп ителде. Изге эштән урындағы халыҡ та ситтә ҡалманы.

Гөлсинә Әхмәҙуллина ағас ултыртыуға балаларын, ейән-ейәнсәрҙәрен йыйып алып сыҡҡан. Тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш бәләкәйҙән тәрбиләнергә тейеш тигән фекерҙә ханым.

Зилә менән Фәһим Илембәтовтар яңыраҡ ғаилә ҡорған. Урман хужалығы министрлығы белгестәре. Йорт һалдыҡ, ағас ултыртабыҙ, хәҙер сират нәҫелде ишәйтеү тип шаярта акцияла ҡатнашыусылар.

Яҡынса ун йылдан Бүләкәй ауылы эргәһендә ылыҫлы урман шаулаясаҡ. «Йәшел ҡалҡан»  еңеү һалдаттарына  иң ҙур һәйкәл буласаҡ,ти урындағы халыҡ.

Ҡырмыҫҡалы районында ағас ултыртыу сараһында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Илшат Фәзрахманов менән Волга буйы федераль округының урман хужалығы департаменты етәксеһе вазифаһын башҡарыусы  Сергей Ковалев ҡатнашты. Округ ҡунағы билдәләүенсә, Башҡортостан һуңғы йылдарҙа урман тергеҙеү эшенә етди иғтибар бүлә. Күрһәткестәр буйынса, республика Волга буйы федераль округында беренсе, ә федераль кимәлдә алтынсы урынды биләй.

Фото №1 - Батырҙар иҫтәлегенә урман

Рафиҡ Әхмәтшин.

Волна
Акции БСТ