Шишмә ҡасабаһында йәшәүсе ғәрип ҡыҙҙың фатирын тартып алғандар

Шишмә ҡасабаһынан Эльза Янабаеваға бала сағынан көрәшергә тура килә. Тәүҙә йәшәү өсөн, һуңынан, фехтование буйынса чемпионаттарҙа тәүге урындарҙы алыу өсөн, ә хәҙер торлағы өсөн. Биш йыл элек спорт комитеты исеменән юллап алынған фатирҙан уны ҡыуып тигәндәй сығарырға йыйыналар. БСТ каналы хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева дауам итә.

Шишмә ҡасабаһында йәшәүсе Эльза Янабаеваға тормошта туҡтап ҡалыу – ят. Яҙмыш уны әҙ бәргесләмәгән. Бала сағында юлда аварияға эләккәндән һуң ғүмерлеккә ғәрип булып ҡала. Үҙенең ныҡышмаллығы менән ул спорт мастеры исеменә лайыҡ була. Юҡһа, инвалид креслоһында килеш Өфөгә килеп спорт мәктәбенә йөрөү, артабан фехтование буйынса күп тапҡыр чемпионаттарҙа призлы урындар яулай алмаҫ ине.

Тик сираттағы күнекмәләрҙән һуң уның ҡайтырға урыны булмаясаҡ. Биш йыл элек спортсыға Шишмә ҡасабаһында социаль торлаҡтан фатир биргәндәр ҙә бит. Килешеүҙә уның биш йылға һәм артабан оҙайтылыу ихтималлығы күрһәтелгән. Республиканың торлаҡ төҙөү үҫеше фонды фатирҙы 30 сентябргә тиклем бушатырға ҡуша.

Йә уға фатирҙы 1 миллион 200 мең һум хаҡҡа һатып алырға тәҡдим ителә. Беренсе төркөм инвалиды торлаҡты үҙенә уңайлап ремонтлаған. Ошо маҡсатта кредит та алған. Ҡапыл ғына ундай сумманы табыу мөмкин түгел, ти ул.

Әлегә тиклем ул фатир өсөн айына өс мең һум түләп килгән. Республиканың торлаҡ төҙөү үҫеше фонды был мәсьәләгә үҙ ҡарашы һәм улар ҙа үҙ сығымдарын барлай.

Фондтан белдереүҙәренсә, райондар буйлап ошондай 200 торлаҡ иҫәпләнә. Уларҙы фонд һатыу яғын ҡарай. Тимәк, фехтование буйынса юғары уңыштарға кирешкән спортсы ханыма торлаҡлы булыу өсөн артабан да көрәшергә тура киәсәк.

Фото №1 - Шишмә ҡасабаһында йәшәүсе ғәрип ҡыҙҙың фатирын тартып алғандар

Рәмилә Исмәғилева.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ