Иглин ҡасабаһында үҙәк урам төҙөкләндерелә

Төп юл артерияһы булған Ленин һәм Яҡутов урамдарында, атап әйткәндә, 5  километрҙан ашыу юлда ремонт һәм тротуарҙар төҙөлөшө өсөн сығымдар райондан бүленә. Проект өс йылға иҫәпләнгән. Әле «Башкиравтодор» ойошмаһы эшселәре асфальт юлдың өҫкө ҡатламын фрезеровкалауға тотонған. Аҙна аҙағына иҫке асфальт ҡатламы тулыһынса алынып бөтәсәк. Һуңынан  сифатлы асфальт түшәләсәк. Проект хаҡы 60 миллион һумға тәшкил итә.

Бөгөнгә 700 метр юл ҡатламы фрезеровкаланып, өҫтөнә асфальт түшәлде. Яҡын көндәрҙә тағы ла 800 метр юлда ремонт эшәтрен башҡарасаҡбыҙ.

Айрат Хәсәнов, Иглин юл ремонтлау һәм төҙөү участкаһы баш инженеры
Фото №1 - Иглин ҡасабаһында үҙәк урам төҙөкләндерелә

Гүзәл Борханова.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ