Төбәктә «Башҡорт ихаталары» проекты уңышлы ғәмәлгә ашырыла

Программа сиктәрендә Бөрө ҡалаһының Луговая  урамында урынлашҡан биш торлаҡ йорттоң биләмәләре төҙөкләндерелде. Фатир хужаларының теләге буйынса иң тәүҙә резина түшәлгән хәүефһеҙ балалар һәм спорт майҙансығы булған комплекс сафҡа инде. Бынан тыш, тротуарҙар, парковка яңыртылып, биләмә йәшелләндерелде, видеокүҙәтеү ҡоролмалары ҡуйылды. Һуңғы йылдарҙа бер тапҡыр ҙа ремонтланмаған подъездар заман талаптарына ярашлы итеп үҙгәртелә. Тәртипкә килтерелгән бинала яңы почта йәшниктәре беркетелә.

Мин был йортта 40 йыл йәшәйем һәм быға тиклем ихата насар хәлдә ине. Биләмә һәр саҡ бысраҡ булды. Балалар иҫке майҙансыҡта уйнамай ҙа ине. Ремонттан һуң ихатабыҙ шул тиклем матурланды, ышанып  бөтөп булмай. Ҡәнәғәтбеҙ.

Светлана Анкудинова, Бөрөлә йәшәүсе
Фото №1 - Төбәктә «Башҡорт ихаталары» проекты уңышлы ғәмәлгә ашырыла

Флорида Ким.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ