Архангел районында «Башҡортостан легендалары» тип исемләнгән фестиваль үтте

Сараны «Тәңре» экологик берләшмәһе төбәктең туризм буйынса дәүләт комитеты менән берлектә уҙғарҙы. Халыҡ ижадына нигеҙләнеп  әҙерләнгән тамашаға БСТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина шаһит булды.

Ҡатай ырыуынан Ҡылысбай батыр һабантуйҙағы көрәш яланында барыһын да еңеп,  Ҡарасәс исемле ҡыҙға ғашиҡ була. Уға сер итеп етеҙ Толпары барлығын да әйтеп һала. Ҡыҙ был хаҡта еңгәләре менән уртаҡлаша, сит күҙҙәргә эләккән ат шунда уҡ йән бирә. Һөҙөмтәлә мөхәббәткә лә нөктә ҡуйыла. Архангел районында таралған был легенда Аҫҡын боҙ мәмерйәһе янында урынлашҡан Аҡташ тауы хаҡында. Бөгөн был тарихты урындағы фольклор коллективтар сәхнәләштерҙе.

«Башҡортостан легендалары» фестивале Архангел районының ер-һыу, ауылдар атамаларының нисек барлыҡҡа килеүен яҡтыртты. Әйтәйек, был аҡлан Ҡыҙыл Ырғыҙлы ауылына ҡарай. Раҡия Заһиҙуллина билдәләүенсә, биләмәлә 16-сы быуатта башҡорттар һәм ҡырғыҙҙар араһында алыш булған. Һөжүм итеүселәр араһында яугир ҡыҙ ҙа була, ул бында башын һалған.

Таңсулпан Усманова байрамға милли кейемдә һыбай килгән.  Тиҙҙән был аҡланда йәнә бер йола сәхнәләштерелә. Ат сабышы ла буласаҡ.

Архангел районы Өфөнән ни бары йөҙ саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан, хозур тәбиғәтле. Белорет менән сиктәш төбәк. Шуға бында туризм инфраструктураһын үҫтереү бурысы ҡуйылған. Әлегә Аҫҡын мәмерйәһе янында был йүнәлештә эш әүҙемләшеүе билдәле. Фестивалгә килгәндә, ул Рәсәй президенты Грантына уҙғарыла, сараны ойоштороуға яҡынса 800 мең һум аҡса бүленгән.

Фестиваль сиктәрендә тирмәләр ҡоролдо, бәйләм бәйләү, сигеү, туҡыма һуғыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо.

Райондың һәр ауыл биләмәһе ҡул эштәре күргәҙмәһенә сағыу экспонаттар алып килә, байрам ҡунаҡтарына самауыр сәйе, милли аштар тәҡдим ителә.

Байрамда ҡурай, ҡубыҙ, думбыра моңдары ағылды. Шулай уҡ халыҡ Европаның төньяғында популяр булған тагельхарпа музыка ҡоралының тарихы менән дә танышты

Фестиваль һабантуй яланын хәтерләтте. Бында милли уйындар, төрлө спорт ярыштары уҙғарылды. Теләгән һәр кем уҡтан атыу буйынса оҫталыҡ дәресендә ҡатнаша алды.

«Башҡортостан легендалары» фестиваленең киләсәге өмөтлө. Киләһе яҙ уны Аҫҡын мәмерйәһе янында уҙғарыу ҡаралған. Төп маҡсат үҫеп килгән быуында халыҡ ижадына һөйөү уятыу, экологик туризмды үҫтереү.

Гөлназ Хәйбуллина.