Баш ҡалала «Ел йыры» тип исемләнгән ҡыҫҡа метражлы фильмдың исем туйы үтте

Картина илдә тормошҡа ашырылған «Рәсәй мәктәптәрендә кинодәрестәр» проекты сиктәрендә төшөрөлгән.

Башҡортостан да был проектта әүҙем ҡатнашты. «Ел йыры» тип аталған фильмдан хозур тәбиғәткә һөйөү, илһөйәрлек тойғолары уяна. Балалар араһында дуҫлыҡ, татыулыҡ сифаттары тәрбиәләүгә лә йоғонто яһай, ти төп ролде башҡарыусы коллегабыҙ Әлфиә Әминева.

Фильм бик актуаль темаларҙы асып һала. Замана балалары араһындағы мөнәсәбәт, дуҫлыҡ, әхлаҡ тураһында ул. Һуңғы арала мәктәптәрҙә барлыҡҡа килгән буллинг, йәғни бер баланы күмәкләп ҡыйырһытыу күренештәрен тәнҡитләй. Бик урынлы проект тип уйлайым. Тиҙҙән уны тотош ил мәктәптәрендә күрһәтәсәктәр.

Әлфиә Әминева, Башҡортостан юлдаш телевидениеһы алып барыусыһы

«Рәсәй мәктәптәрендә кинодәрестәр» проекты ҡыҫҡа метражлы тәрбиәүи фильмдар төшөрөп балаларға күрһәтеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Уны уҡытыусылар кластан тыш белем биреү алымы итеп тә ҡуллана ала. Алдынғы педагогик технология рәүешендә индерелгән интерактив сара кешенең шәхес сифаты, әхлаҡи тәрбиәһен үҫтереүгә йүнәлтелгән.

Сәнғәттең төп маҡсаты кешенең эске донъяһын формалаштырыу. Кино сәнғәте өлгө алыу өсөн геройҙар, үҙ-үҙеңде тотоу моделдәре аса. Шуға күрә тап кино сәнғәтенең балаларға көслө йоғонто яһауына иманым камил. Беҙ йөрәккә үтеп инеп кенә хәҙерге заман балаларына әхлаҡи тәрбиә бирә алабыҙ.

Виктор Меркулов, «Рәсәй мәктәптәрендә кинодәрестәр» проекты етәксеһе

Айнур Кәбиров.