Башҡортостан халҡы льготалы ипотека менән әүҙем файҙалана

Башҡортостан халҡы льготалы ипотека менән әүҙем файҙалана
Фото №1 - Башҡортостан халҡы льготалы ипотека менән әүҙем файҙалана

Росреестр төрлө төбәктәрҙә программа үтәлешен баһалаған. Быйыл 5 айҙа 6,5 процентлыҡ торлаҡ кредитын 66 мең ярым кеше юллаған. Санкт-Петербург, Ростов өлкәһе, Краснодар крайы, Ленинград өлкәһендә иң күп килешеүҙәр төҙөлгән. Беҙҙең республика тәүге ун төбәк исемлегендә. Башҡортостанда 2 мең 300-ҙән ашыу льготалы ипотека юллағандар. Бынан тыш, республика халҡы ауыл ипотекаһы программаһы менән дә әүҙем ҡуллана. Быйыл 8 айҙа 1 мең ярым килешеү төҙөлгән. Был күрһәткес буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында беренсе урында килә.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ