Бөгөн Салауат ҡала суды былтыр майҙа 25 миллион һум аҡса урлауҙа ғәйепләнеүсе ирле-ҡатынлы Хәйруллиндарға хөкөм ҡарары сығарҙы. Элекке банк хеҙмәткәре Луиза Хәйруллина дөйөм режимлы колонияла -5, уның ире Марат - 6 йылға иркенән мәхрүм ителде.
Марат Хәйруллин суд залында уҡ ҡулға алынған. Тикшереү барышында асыҡланыуынса, банктағы 25 миллион һум аҡсаны Луиза Хәйруллина иренең үтенесе буйынса өлөшләп алып сыҡҡан, ире был аҡсаларҙы казинола уйнап туҙҙырып торған. Банктан 25 миллион һум аҡса юғалыуы былтыр майҙа асыҡланды, ошо уҡ мәлдә Хәйруллиндар ғаиләһе лә юҡҡа сыҡҡайны. Бер айҙан улар Ҡазанда табылды. Луиза Хәйруллина ошонда уҡ ҡулға алынып, бер йылын тәфтиш изоляторында үткәрҙе.
Гөлдәриә Йосопова.




