Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы ғәфү үтенергә тейеш

Күләмле мәҙәни сараларҙы сикләргә. Ковид менән көрәшкә өҫтәмә урындар һәм күпме ҡырҡһаң шул сама ултырт. Радий Хәбиров Мәскәүҙән тороп хөкүмәткә бурыстар билдәләне. Илдең баш ҡалаһына эш сәфәре менән барған төбәк етәксеһе дүшәмбе оперативкаһын онлайн режимда үткәрҙе. Унда күтәрелгән мәсьәләләр хаҡында киләһе репортажда.

Иглин районы даны – ҡорт балы. Шуға күрә йүкә ағасы улар өсөн йәшел ҡалҡан ғына түгел, ә өҫтәмә килем сығанағы ла. Был юлы ла Иглиндәр башлыса баллы ағастар ултыртты. «Урмандарҙы һаҡлау» төбәк проектына ярашлы 3 меңдән ашыу йүкә һәм шыршы ағастары Еңеү урманын биҙәйәсәк.

Проектҡа ярашлы, быйыл ғына Башҡортостанда 14 мең гектарҙан ашыу ерҙә урманды тергеҙеү бурысы ҡуйылған. Әле был бурыстың өстән ике өлөшө үтәлгән дә инде. Радий Хәбиров әйтеүенсә, яңы ағастар ултыртыу эшкәртелгәндәренә ҡарағанда күберәк булырға тейеш.

Тағы бер мөһим проект – подъездарҙы ремонтлау программаһы. Был өлкәлә лә эш, урмандағы кеүек үк, ҡайтанан тергеҙеүҙе талап итә. Төҙөкләндереү үткән 19 районда күп ҡатлы 47 йортта етешһеҙлектәр табылған.

Ә бына 159 мең квадрат метр торлаҡ хужаларына төҙөкләндереү менән генә ярҙам итеү мөмкин түгел. Уларҙың йорттары күптән инде һүтелеп үҙҙәре яңы фатирға күсергә тейеш. Ә инде таушалған йорттарҙан күсереү программаһына эләкмәгән йорттар тағы ла күберәк. 502 мең квадрат метр авария хәлендә. Етәкселәр уларҙың бер нисәһен һүтергә түгел, төҙөкләндерергә тәҡдим итә. Сөнки киләһе йыл иҡтисадты етди һынау көтә.

Республика башлығы коронавирустың көсәйә барыуына ла борсолоу белдерҙе. Илдә сирҙе йоҡтороусылар һаны артыу сәбәпле, Радий Хәбиров дауаханаларҙа өҫтәмә урындар булдырыу бурысы ҡуйҙы. Шулай уҡ күләмле саралар исемлеген дә ҡайтанан ҡарап сығырға ҡушты. 1 декабргә тиклем.

Фото №1 - Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы ғәфү үтенергә тейеш

Айнур Кәбиров.

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ