Ни бары алты район ғына юлдарҙы төҙөкләндереүгә бүленгән аҡсаларҙың 70 проценттан ашыуын үҙләштергән

Ҡалған муниципалитеттар был эште һүлпән башҡара. Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров юлдарға иғтибарҙы көсәйтергә ҡушты. Юғиһә, үҙләштерелмәй ҡалған аҡсалар йыл аҙағында федераль ҡаҙнаға кире ҡайтарылырға тейеш.

Киләһе йылдарҙа үҙәк бюджеттан финанстар алыу мәшәҡәтле буласаҡ. Ә 2021 йылда ресапубликала юлдарҙы яңыртыуға икеләтә иғтибар йүнәлтеләсәк. Күләмле эштәргә әҙерлек әленән үк башларға кәрәк, тине Андрей Назаров.

Фото №1 - Ни бары алты район ғына юлдарҙы төҙөкләндереүгә бүленгән аҡсаларҙың 70 проценттан ашыуын үҙләштергән

Айнур Кәбиров.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ