Башҡортостан аграрийҙары майҙандарҙың 95 процентында ураҡ эштәрен тамамлаған

Барлығы 3,8 миллион тонна иген йыйып алынған. 12 районда иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар урыу тулыһынса тиерлек теүәлләнгән. Стәрлетамаҡ, Илеш һәм Саҡмағош райондарында 200-әр мең тонна иген һуғылған.

Гектар уңдырышлылығы буйынса Саҡмағош, Шишмә, Илеш һәм Дәүләкән райондары алда. Республикала шулай уҡ май культураларын йыйыу ҙа йылдам бара. Әлегә эш майҙандарҙың сирек өлөшөндә тамамланған. 

Фото №1 - Башҡортостан аграрийҙары майҙандарҙың 95 процентында ураҡ эштәрен тамамлаған
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ