Өй эсендә картина галереяһы

Хәйбулла районы Аҡъяр ауылынан Гөлнара Йомағолова ете йыл элек сигеү менән шөғөлләнә башлай, ошо ваҡыт эсендә уның утыҙҙан ашыу ижади эше йыйылған. Стеналағы картиналарҙа башлыса тәбиғәт күренештәре сағылыш тапҡан.

Һәр ҡайһыһы ҡабатланмаҫ зауыҡлы эшләнгән. Оҫта таҫтамал, ашъяулыҡ, яҫтыҡ тыштарын да сигеп биҙәй. Был шөғөлдөң төрлө техникаларын үҙләштергән.

Гөлназ Хәйбуллина.