Милли проекттарҙың үтәлеше ҡаралды

Башҡортостан башлығы бөгөн Президен Владимир Путин рәйеслегендә үткән дәүләт советы президиумының киңәйтелгән ултырышында ҡатнашты. Кәңәшмәлә милли проекттарҙың үтәлеше ҡаралды. Пандемия шарттарына бәйле фекер алышыу видеоконференция тәртибендә ойошторолдо. Президент, хөкүмәт ағзалырынан тыш дәүләт советы президиумының киңәйтелгән ултырышында ил төбәктәре башлыҡтары ла ҡатнашты.

Кәңәшмәне асып, Президент коронавирус менән көрәш мәсьәләһенә туҡталды. Мәкерле сирҙең таралыуы әле туҡтатылмаған, шуға ла уяулыҡты юғалтырға ярамай тигән фекер белдерҙе Владимир Путин. Артабан фекер алышыу кәңәшмәнең көн тәртибе буйынса барҙы. Дәүләт башлығы һәр милли проекттың һөҙөмтәләре халыҡтың йәшәйешендә аныҡ сағылырға тейеш тип белдерҙе. Федераль, төбәк һәм муниципаль власть вәкилдәренең был йүнәлештә хеҙмәттәшлеген тағы ла нығытыу кәрәклегенә иғтибар йүнәлтте.

Фото №1 - Милли проекттарҙың үтәлеше ҡаралды
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ