Рәсәй һәм Белоруссия төбәктәре форумындағы телмәрен Башҡортостан башлығы шундай һүҙҙәрҙән башланы. Уның үҙәк темаһы Бөйөк Еңеүҙең тарихи мираҫын барлауға ҡағылды. Сара бөгөн федерация советында Мәскәү менән Минск араһында ойошторолған телекүпер форматында үтте.
Башҡортостан башлығы: «1812 йылғы Ватан һуғышы осоронда башҡорт һәм белорус полктары Наполеон ғәсҡәрен тар-мар итеүҙә ҡатнашты, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында иңгә-иң терәшеп илебеҙҙе фашист илбаҫарҙарынан азат итте. Башҡортостанда әле 18 мең белорус йәшәй. Уларҙың рухи-мәҙәни ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереү, туған телдә уҡытыу өсөн барлыҡ шарттар бар. Күп милләтле республика Рәсәй һәм Белорус халыҡтары берҙәмлеге көнөн билдәләй. Туғандаш дәүләт Башҡортостандың ныҡлы иҡтисади партнеры, коронавирус пандемияһына ҡарамаҫтан эшлекле бәйләнештәр һаҡлап ҡалынған».
Рафиҡ Әхмәтшин.




