Салауат ҡала судында ултырыш үтте. Элекке банк кассиры Луиза Хәйруллина 5 йылға иркенән мәхрүм ителде, уның ире Марат 6 йыл ғүмерен төрмөлә үткәрәсәк. Бынан тыш, уларға матди зыянды тулыһынса ҡапларға кәрәк. Марат Хәйруллинды суд залында һаҡ аҫтында алып киттеләр. Луиза Хәйруллина банктан 25 миллион һум урлауҙа ғәйепләнде. Уның әйтеүенсә, ул бер нисә ваҡыт дауамында аҡсаны өлөшләп сығарған. Ире уға физик һәм психологик баҫым яһаған һәм аҡсаны ҡомарлы уйындарҙа сарыф иткән.





