Техник сәбәптәргә бәйле, бөгөн иртән «Азимут» авиакомпанияһының Өфө – Краснодар маршруты буйынса осоусы самолеты кире баш ҡала аэропортына төшөргә мәжбүр булған.
«Өфө» аэропортынан хәбәр итеүҙәренсә, ергә ултырыу штатлы режимда үткән, бындай осраҡтарҙа пассажирҙарҙы хеҙмәтләндереүгә ҡағылышлы барлыҡ талаптар теүәл үтәлгән. Самолет Өфө ваҡыты менән көндөҙгө сәғәт 1-се 20 минутҡа тиклем тотҡарланған. Әлегә раҫланмаған мәғлүмәттәр буйынса, самолеттың техник боҙоҡлоғона двигателгә ҡош кәүҙәһе эләгеүе сәбәпсе булған.




