250 мәктәп сүп-сарҙы айырым йыйыу өсөн 4 йөҙҙән ашыу контейнер аласаҡ

Ҡағыҙ, пластик, һәм башҡа ҡалдыҡтарҙы ташлау өсөн комплекттарҙы балалар экология һәм биология үҙәге тарата. Балалар көнкүреш ҡалдыҡтарын үтилләштереү мәҙәниәтенә өйрәнергә һәм сүп-сарҙа ғәҙәти ҡалдыҡтар түгел, ә икенсел сеймал күрергә тейеш, ти акцияны ойоштороусылар.Тәүге этапта ҡала һәм район үҙәге мәктәптәре контейнерҙар менән йыһазландырыласаҡ. Киләһе йыл инде ауыл мәктәптәренә лә ҡалдыҡтарҙы айырым йыйырға өйрәтә башлаясаҡтар.

Балалар кескәй саҡтан тәртипкә өйрәнергә тейеш. Мәктәп беҙҙең икенсе йортобоҙ. Улар үҙҙәренең йортон таҙа тоторға бурыслы. Сағыу төҫтәргә буялған контейнерҙар әллә ҡайҙан сүп-сарҙы айырып ташлауға өндәп тора. Балалар тиҙ өйрәнер тип уйлайбыҙ.

Эльвира Зәйнуллина, Өфөнөң насар ишетеүселәр өсөн мәктәп-интернаты директоры урынбаҫары
Фото №1 - 250 мәктәп сүп-сарҙы айырым йыйыу өсөн 4 йөҙҙән ашыу контейнер аласаҡ

Айнур Кәбиров.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ