Өфөләге өс мәктәп уҡыусылары башҡорт камзолдарында йөрөйәсәк

Рәсәй Геройы МиңлеғәлеШайморатов исемендәге кластарҙа белем алыусылар өсөнмахсус мәктәп формаһы булдырылды. Ул башҡорт кавалеристарының хәрби кейеменә оҡшатып стилләштереп тегелгән. Бындай костюмды республика Хөкүмәте ағзаларында ла күрергә мөмкин.

Мәктәп формаһына килгәндә, ул зәңгәр төҫтә. Үлсәмрәте – 28-сенән алып 52-cегә тиклем. «Ағиҙел» предприятиеһы етештергән тәүге коллекцияны Рәми Ғарипов исемендәге башҡорт республика гимназия-интернаты, 44-се һәм 162-се полилингваль мәктәпуҡыусылары кейәсәк.

Фото №1 - Өфөләге өс мәктәп уҡыусылары башҡорт камзолдарында йөрөйәсәк

Гөлназ Хәйбуллина.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ