Октябрский ҡалаһы егерме йыл рәттән уҙғарылған «Уйна ,гармун!» байрамын быйыл да күләмле ойошторҙо.
Ҡасандыр «Нур» клубы ғына башлап ебәргән гармунсылар йыйыны хәҙер Башҡортостандан ғына түгел, күрше төбәктәрҙән дә һәүәҫкәр артистарҙы туплай. Ойошторола башлағанынан бирле йыр-моң фестиваленә меңдән ашыу ҡатнашыусы һәм егерме меңгә яҡын тамашасы килгән. Быйыл да байрамға йөҙҙән ашыу гармунсы ҡушылған. Улар араһында һигеҙ йәштән алып һикһән йәшкә тиклемге оҫталар бар.
Айнур Кәбиров.





