Кушнаренко ауылында «Йәшлек шоу-2020» Бөтә Рәсәй фестиваленең тәүге һайлап алыу туры үтте

Фестивалдең ойоштороу комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, тәүге тур һөҙөмтәләре буйынса беренсе урынды Ильяс Батыргәрәев яулаған. Быйыл фестивалдең һайлап алыу турҙары беҙҙең республикала ғына түгел, Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә лә үтә.

Һәр тур һуңында тамашасыларҙы башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары ҡатнашлығында концерт программаһы көтә. Конкурстың беренсе этабы 17-18 ноябргә, гала-концерт 20 ноябргә тәғәйенләнгән. Киләһе һайлап алыу туры 2 октябрҙә республиканың төньяҡ-көнсығыш зонаһы райондары араһында Мәсәғүт ауылында уҙа.