Сәләмәт тормош яҡлы. Көндәрҙең йылы тороуы сәбәпле малай-ҡыҙҙар саф һауала көс һынашты. Төрлө дистанцияға кросс йүгереп, әүҙем уйындарҙа ҡатнашып, командаларға бүленеп ярышып уҡыусыларҙың дәрестән тыш ваҡыты күңелле һәм файҙалы үтте. Пандемия менән бәйле һаҡланыу сараларын иҫәпкә алып майҙанда йыйылыусылар 50-нән артманы.
Флорида Ким.




