Район суды 26 йәшлек урман хужалығы хеҙмәткәре һәм уның ике әшнәһенә хөкөм ҡарары сығарҙы. Былтыр урмансы 39 ылыҫлы ағас киҫкән. Уны ташыған ваҡытта полицияға эләккән.
Дәүләткә 830 мең һум зыян килтерелгән. Суд ҡарары буйынса, урмансы һәм уның әшнәләре 3 йыл ярымға тиклем шартлы рәүештә иркенән мәхрүм ителде.





