Был документты парламент ҡабул итте, Республика башлығы ҡул ҡуйҙы. Уға ярашлы, "Алға" иҡтисади биләмәһе инвесторҙары биш йылға табыш өсөн һалымдан азат ителә. Шулай уҡ ун йыл буйы транспорт һалымы алынмай.
"Алға" биләмәһе Ишембай һәм Стәрлетамаҡ райондарында урынлашҡан. Рәсәйҙә әле 33 ошондай майҙансыҡ булдырылған.





