Бөгөн Дүртөйлө районы Әсән ауылында күп функциялы клуб асылды

Төҙөлөш эштәре өсөн республика һәм урындағы ҡаҙнанан 24 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән. Мәҙәниәт йортонда заманса китапхана ойошторолған.

Унда китап уҡырға яратыусылар заман мөмкинлектәре ярҙамында нәфис һәм фәнни йөкмәткеле яҙмалар, һанлы форматҡа күсерелгән матбуғат баҫмалары менән таныша ала, ти район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Рәсим Ямалетдинов.

Бөгөн Дүртөйлө районы Әсән ауылында күп функциялы клуб асылды

Бөгөн Әсән ауылында билдәле башҡорт шағиры Шәйхзада Бабичтың тыуыуына 125 йыл тулыу уңайынан саралар үтә.