Бөгөн – Халыҡ-ара тәржемә көнө

Был тәржемәселәрҙең һөнәри байрамы. «Бөгөн сит телдәрҙе белмәй тороп, икенсе дәүләттәр менән бәйләнеш урынлаштырып булмай. Сит тел белеү конкурентлыҡ һәләтен арттыра. Хеҙмәт баҙарында бүтән телдә иркен аралашҡан белгестең баһаһы күтәрелә», – ти эксперттар.

Халыҡ-ара тәржемәселәр федерацияһына 1953 йылда Парижда нигеҙ һалына. Әле ул 70-кә яҡын дәүләттән 100-ҙән ашыу тәржемәселәр ойошмаһын берләштерә.

Фото №1 - Бөгөн – Халыҡ-ара тәржемә көнө
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ