Бөгөн Башҡортостандың милли архивында халыҡ иҫәбен алыу тураһындағы тарихи документтар күргәҙмәһе асылды

Башҡортостанда был документтар 1795 йыл менән билдәләнгән. Тарихсылар әйтеүенсә, ул бишенсе халыҡ һанын теркәү датаһы. Ә уға тиклемгеләре юҡ. Нәҫел шәжәрәһен төҙөүҙә архив материалдары ярҙам итә. Иң боронғо документтар беҙҙә һаҡланғанға, күрше төбәктәрҙән дә мөрәжәғәт итәләр.

Күргәҙмәлә метрикалар, төрлө халыҡтарҙың милли кейемдәге вәкилдәре, иҫәп алып барыусылар тураһында мәғлүмәттәр урын алған. Күргәҙмә сираттағы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһына арналған. Ул октябрҙә башланырға тейеш ине, әммә билдәле сәбәптәр арҡаһында киләһе йылға күсерелде.

Фото №1 - Бөгөн Башҡортостандың милли архивында халыҡ иҫәбен алыу тураһындағы тарихи документтар күргәҙмәһе асылды

Рәмилә Исмәғилева.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ