Башҡортостанда Мырҙағол Аҙналин иҫтәлегенә уҡ атыусылар ярышы үтте

Ҡырҡ уҡ. Иҙел башында урындағы батырҙарҙың береһе Мырҙағол Аҙналин иҫтәлегенә милли йәйәнән уҡ атыусылар ярышы үтте. Бәйгелә Учалы, Әбйәлил, Бөрйән, Баймаҡ, Белорет райондары, Сибай һәм Магнитогорск уҡсылары мәргәнлеген һынаны.

Танылған ғалим Әнүәр Әсфәндиәровтың «Башҡорт ауылдары тарихы» китабында Мырҙағол Аҙналин Белорет районы Аҙналы ауылына нигеҙ һалыусы булараҡ күрһәтелгән. Халыҡ хәтерендә ул аҫабаларҙың мәнфәғәтен яҡлап башын һалған батыр булараҡ билдәле. Иҙел башында Мырҙағол-мәргән тураһында легенда йәшәп килә. Икенсе йыл рәттән милли йәйәнән уҡ атыусылар батыр рухын хөрмәтләп бәйгегә йыйыла.

Ярышта барлығы 54 уҡсы көс һынашты. Егеттәр менән бергә ҡыҙҙар ҙа кереш тартты. Уҡсыларҙың иң йәше саҡ 10-нын тултырһа, атыш һыҙығына баҫыусыларҙың иң олоһо 62 йәштә булды.

Ярыш шарттары буйынса уҡсылар 40 метрҙан 40 уҡ атырға тейеш булды. Талаптың үҙенсәлеге лә тарих төпкөлөнә барып тоташа. Мырҙағол батыр яңғыҙы йәйләүенә баҫып килгән каратель отрядына ҡаршы тора. 40 уғы була.Уларҙың барыһы ла сәпкә тейә. Әммә отрядтағы һуңғы 41-се һалдат уның ғүмерен ҡыя. Урындағы ирекмәндәрҙең башланғысы менән батыр исеме мәргәндәр бәйгеһендә мәңгелләштерелә.

Ҡыҙыу барған ярыш һөҙөмтәләре буйынса ирҙәр араһында беренсе урынға Бөрйән районынан Дим Юлбирҙин, ҡатын-ҡыҙҙарҙан Әбйәлилдән Гүзәлиә Хәлилова еңеүсе тип табылды. Мәргәнлек бәйгеһенәнән ҡайтҡандан һуң, Гүзәлиә ханым ул тапты. Бәхетле ғаилә батырҙар һаны артыуға шатланды һәм Мырҙағол исемен артабан да йәшәтергә һүҙ бирҙе.

Фото №1 - Башҡортостанда Мырҙағол Аҙналин иҫтәлегенә уҡ атыусылар ярышы үтте

Рафиҡ Әхмәтшин.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ