Уҡыусылар мәктәптә теүәл һәм гуманитар фәндәрҙе өйрәнеү менән бер рәттән, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен дә яҡшы белергә бурыслы.
Өфөнөң 10-сы «белем биреү үҙәгенең йәш инспекторҙары бәләкәй йәйәүлеләргә һәм уларҙың ата-әсәләренә хәүефһеҙ юл хәрәкәте тәртиптәрен өйрәтә. Бәхетһеҙ осраҡтар йыш ҡына башлыса мәктәп йәки балалар майҙансығы эргәһендә теркәлә.
Беҙ уҡыусыларға мәктәптә юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен өйрәтәбеҙ. Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен нығытыу, гел ҡабатлап тороу балаларға юлда үҙҙәрен дөрөҫ тоторға ярҙам итә. Мәктәптә уҡыусыларға юл ҡағиҙәләренә өйрәтеү һәм уның өҫтөндә ныҡлап эш алып барыу беҙҙең өсөн мөһим бурыс.
Быйыл Полина менән Камилә юл хәрәкәтендә ҡатнашыусылар. Йорттан алып мәктәпкә тиклем юл бер-нисә минут ваҡыт ала, әммә ҡыҙҙар юл хәрәкәте ҡағиҙәләре тураһында онотмай.
Статистика буйынса бәләкәй йәйәүлеләр ҡатнашлығында юл-транспорт фажиғәләре башлыса иғтибарлыһыҙлыҡ арҡаһында килеп сыға. Юлды бер нисә минутҡа алдараҡ сығыу өсөн, балалар, ата-әсәләре менән бергә ҡыҙыл линияларҙы йүгереп сыға, ҡайһы берҙәре тәғәйенләнмәгән урындарҙа самокат һәм велосипедта йөрөй, юл хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙа.
Һәр ата-әсә үҙ балаһы өсөн яуаплы. Юл ҡағиҙәләренә өйрәтеү, хәүефһеҙлек тураһынада йышыраҡ һөйләү һәр кем өсөн тормош ҡағиҙәһенә әйләнерә тейеш.




