Төрки телле мәҙәни парадигмала башҡорт халҡы

Өфөлә бөгөн Бөтә Рәсәй төркиәтселәренең ғилми-ғәмәли конференцияһы асылды. Өс секцияла тел, әҙәбиәт, фольклор, этнография һәм заман шарттарында тарихи тамырҙарҙы барлау, төрки халыҡтары һәм башҡорттарҙың милли үҙаңын үҫтереү мәсьәләһе күтәрелде. Форумда Рәсәй һәм сит илдәрҙән 100-гә яҡын ғалим ҡатнаша.

Форумда ҡатнашыусылар шулай уҡ телдәрҙе өйрәнеүҙең һанлы платформаһын булдырыу тураһында ла фекер алышты. Уның ярҙамында хәҙерге башҡорт теленең төрлө диалекттарын һаҡлап ҡалыу юлдары ла өйрәнелде. Иртәгә конференция ҡунаҡтары Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының тарих буйынса комиссияһының киңәйтелгән ултырышында ҡатнаша.

Фото №1 - Төрки телле мәҙәни парадигмала башҡорт халҡы
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ