Республика көнөнә һәм башҡорт теле йылына бәләкәстәр өсөн яңы йәнһүрәт

Башҡортостан башлығы грантына «Урал батыр»эпосы буйынса әҙерләнгән фильм башта ике йыл буйына «Аҡбуҙат» балалар журналы биттәрендә комикстар форматында донъя күрә. Айырым китап итеп тә баҫтырылған.

«Урал батыр» анимацион фильмдың исем туйы бөгөн Өфөнөң ике мәктәбендә үтте. Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия-интернатындағы сара башҡорт телендәге балалар баҫмаһы «Аҡбуҙат» журналы эшмәкәрлеге менән таныштырыу викторинаһы форматында ойошторолдо. Гимназистар ҡыҙыҡлы һорауҙарға төплө яуаптар бирҙе. Урал батырҙың таһыллығын һүрәтләүсе рәссамдарға, режиссерҙарға үҫмерҙәр ҙә үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы яуҙырҙы. Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереүҙә йәнһүрәттең роле баһалап бөткөһөҙ булыр, тип күҙаллана.

 Әлшәй районы Ҡыпсаҡ-Асҡар мәктәбенән Айгиз Сәмиғуллин «Аҡбуҙат» журналының Шәйехзада Бабич тыуыуға 125 йыл тулыу уңайынан ойошторолған шиғри  видеоконкурс еңеүсеһе. Башҡорт телендә сағыу һәм йөкмәткеле йәнһүрәт үҫмерҙә яҡшы тәьҫораттар ҡалдырған.

Гүзәл Борханова.