Дүртөйлө районы Әсән ауылында капиталь ремонттан һуң күп функциялы мәҙәниәт йорто асылды

Шулай уҡ милли проект сиктәрендә моделле китапхана сафҡа инде. Шәйехзада Бабичтың тыуған төйәгендә ойошторолған байрам саралары хаҡында БСТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

Әсәндәр рәсми ҡунаҡтарҙы ҡурай, гармун моңдары менән ҡаршылап, шиғриәт иленә сәйәхәткә саҡырҙы. Быйыл башҡорт еренең аҫыл улы, арҙаҡлы шағиры Шәйехзада Бабичтың тыуыуына 125 йыл. Тыуған ауылында әҙипте йәнә хөрмәтләп иҫкә алдылар, бюсына сәскәләр һалынды. Юбилей датаһы уңайынан музей биләмәһе лә яңыртылған, экспозициялар архив материалдар менән байытылған. Заманса техник ҡорамалдар һатып алынған.

Музей буйынса экскурсия тамамланғандан һуң, ҡунаҡтар өсөн Әсән ауылы буйлап сәйәхәт ойошторолдо. Шағирҙың бала сағы тап Күәш йылғаһы, Манғазы тауы итәгендә үткән. Яҡташтары көсө менән был биләмәлә Шәйехзада Бабичтың баҡсаһы асылды. Бында ағас үҫентеләре ултыртылды.

Бабич рухы мәңгелек ҡиммәт. Дүртөйлө районы Әсән ауылында ижадҡа, сәнғәткә ғашиҡ халыҡ йәшәй. Урында яңы исемдәр, таланттар асыуға заманса шарттар булдырыла. Капиталь ремонттан һуң күп функциялы мәҙәниәт йорто асылды. Яңыртылған сәхнәлә тәүге концерт ҡуйылды.

Быға тиклем клубта ҡыйыҡтан һыуы тамып йонсотҡан. Ике йыл элек янғын осрағы ла теркәлгән, шуға мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн бөгөн үтә лә тулҡынландырғыс көн

Мәҙәниәт йортон төҙөкләндереүгә республика һәм муниципаль ҡаҙнанан яҡынса 24 миллион һум аҡса бүленгән. Бында тиҙҙән сәнғәт мәктәбен асыу ҙа планлаштырыла.

«Мәҙәниәт» милли проекты сиктәрендә китапхана ла заманса төҫ алған. Фондты яңыртыу, бинаны төҙөкләндереүгә федераль ҡаҙнанан ете миллион ярым һум аҡса бүленгәйне. Сағыу дизайнлы учреждение ноутбук, электрон китаптар менән йыһазландырылған, юғары тиҙлекле интернетҡа тоташтырылған. Электрон ресурстар менән ҡулланырға була. Китапханасыларҙың эше лә күпкә еңеләйгән

Һәр бер китаптың һуңғы битендә штрих-код ҡуйылған, уның ярҙамында уҡыусылар әсбапты үҙаллы алыу мөмкинлегенә эйә. Шулай уҡ китапты кире ҡайтарғанда уны «Аҡыллы кәштә»лә ҡалдырырға була. Бында ла штрих-код уҡыу системаһы эшләй.

2024 йылға тиклем республикала ошондай егерме моделле китапхана буласаҡ. Быйыл уларҙың өсәүһе сафҡа инде. Тиҙҙән был бәхетте Илеш районында кисерәсәктәр.

Тәүге көндән үк китапхана балаларҙы ҡыҙыҡһыныу уятты. Бында улар өсөн уйын зонаһы булдырылған, ҡурсаҡ театры эшләй. Йәш быуында шиғриәт, әҙәбиәткә һөйөү уятыу өсөн барлыҡ шарттар ҙа бар. Бабич ерендә ғилемгә ынтылыш көслө.

Гөлназ Хәйбуллина.