Континенталь хоккей лигаһыныың сираттағы турында юлаевсылар Екатеринбург командаһы менән осрашты һәм 4-1 иҫәбенә отолдо.
Коронавирус арҡаһында "Салауат Юлаев" составында төп хоккейсыларҙың күбеһе уйнаманы, йәштәр йәлеп ителде. Баш тренер вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Николай Цулыгин.
3 октябрҙә "Салауат Юлаев" Түбәнге Камала "Нефтехимик" менән уйнай.





