Республика экология-биология үҙәге мәғариф учреждениеларына махсус контейнерҙар бүлә. Ҡағыҙ, пластик һәм башҡа ҡалдыҡтар айырым йыйыла. Үҙәк директоры Екатерина Кошелева һөйләй.
Быйыл Башҡортостандың район үҙәктәре һәм ҡала мәктәптәре сүп-сарҙы айырым йыйыу буйынса контейнерҙар алды. Ауыл мәктәптәре иһә киләһе йылда йыһазландырыла башлай.





